Башҡортостанда тоҡомло йәш һыйыр малына молекуляр генетик экспертиза үткәреүгә 8 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Аҡса «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») буйынса бүленә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Тоҡомсолоҡ хужалыҡтары малдарға экспертиза үткәреүгә киткән сығымдарҙың 70 процентына тиклем өлөшөн ҡаплай ала.
2025 йылда ошо маҡсатҡа Башҡортостан аграрийҙары федераль һәм төбәк бюджеттарынан 7 миллион һум алды. Аҡса 2,5 мең баш тоҡомло йәш һыйыр малына генетик экспертиза үткәрергә мөмкинлек биргән.
– Һыйыр малына генетик экспертиза үткәреү юғары продуктлы, һау-сәләмәт тоҡомло малдарҙың киләсәк быуынын формалаштырыу өсөн нигеҙ булып тора. Был алым генетик материалдың импортҡа бәйлелеген кәметергә мөмкинлек бирә һәм әлеге шарттарҙа тоҡомсолоҡ эшенең эҙмә-эҙлекле үҫеше өсөн бик мөһим фактор булып тора, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
«Селекцияла һәм генетикала ғилми эшкәртмәләрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу» федераль проектына ярашлы, 2030 йылға һөт тоҡомло һыйыр малының тоҡомло инә мал менән тәьмин ителеү кимәлен 72 процентҡа тиклем арттырыу күҙаллана.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Динар Кәлимуллин фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!