Европа менән Азияны тоташтырған юлды ремонтлаясаҡтар

Был йүнәлеш матур күлдәре менән дан тота, туристар араһында ла популяр

Европа менән Азияны тоташтырған юлды ремонтлаясаҡтарЕвропа менән Азияны тоташтырған юлды ремонтлаясаҡтар
Европа менән Азияны тоташтырған юлды ремонтлаясаҡтар

Әбйәлил районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса “Красная Башкирия” − Покровка совхозының үҙәк усадьбаһы өс километр самаһы юлды ремонтлаясаҡтар. Подряд ойошмаһы уңайлы һауа шарттары булғас та объектҡа сығасаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Эш планлаштырылған участка Озерный ауылы янында урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова һүҙҙәренсә, юл Башҡортостандың Силәбе өлкәһе сигендә, ике континенттың: Европа һәм Азия тоташҡан урында үтә. Ул шулай уҡ Магнитогорск аэропортына барып етергә мөмкинлек бирә.

– Был йүнәлеш матур күлдәре менән дан тота, туристар араһында ла популяр, улар араһында республиканың иң тоҙло күле – Мулдаҡкүл айырылып тора. Уның янында Мулдаҡ-тау тауы ҡалҡып тора. Шуға күрә бында трафик тәүлегенә 2700 самаһы машинаға етә, – тип аңлатты министр.

Билдәләп үтергә кәрәк, 2025 йылда юлсылар был трассаның һигеҙ километрын ремонтлаған. Быйыл республикала милли проект буйынса 185 километрҙан да кәм булмаған юлдарҙы, шул иҫәптән 170 километр терәк селтәрен норматив хәлгә килтереү планлаштырыла.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү, ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас