“Таҙа боҙ” акцияһы Башҡортостан Республикаһында “Экологик именлек” (национальный проект “Экологическое благополучие”) милли проекты буйынса Асылыкүл буйында үтте. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр иттеләр.
Акцияның төп маҡсаты - боҙ япмаһын сүп-сарҙан таҙартыу. Ҡар ирегән осорҙа ҡалдыҡтарҙың һыуға эләгеүе үҙенсәлекле һыу ятҡылығының экосистемаһына етди зыян килтереүе мөмкин.
Сарала ҡатнашыусылар 0,4 кубометр самаһы сүп-сар йыйған. Бөтә ҡалдыҡтар тиҙ арала сығарылған һәм утилләштерелгән, был уларҙың һыуға эләгеүенә юл ҡуймаҫҡа һәм күлдең экологик балансын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.
Йыл һайын үткәрелгән “Таҙа боҙ” экологик акцияһы - Асылыкүлдең экологик таҙалығы булышлыҡ итә һәм төбәктең тәбиғи мираҫын һаҡлауға мөһим өлөш индерә. Шуныһы мөһим: “Экологик именлек” милли проекты ярҙамында уникаль объекттарҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләләренә системалы ҡарай алабыҙ.
Беҙ паркка килгән кешеләрҙе тәбиғәтте хөрмәт итергә һәм киләсәк быуындар өсөн ошо иҫ киткес мөйөштө һаҡлап ҡалыу өсөн үҙҙәре менән сүп-сарҙы алып китергә саҡырабыҙ”, - тип билдәләнеләр “Асылыкүл” тәбиғәт паркы дирекцияһында.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan