Өфөнән алыҫ түгел урында, «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» автомаршруты янында, яңы кемпер туҡталҡаһы барлыҡҡа киләсәк. «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проектына (нацпроект «Туризм и гостеприимство») ярашлы тормошҡа ашырылған башланғыс автотуристарҙың Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатын ҡуя, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Кемпер туҡталҡа – ул туристарҙың ҡыҫҡа ваҡытҡа килеүе һәм ял итеүе өсөн хеҙмәттәр күрһәтеүсе туристарҙы урынлаштырыу мөмкинлеге булған кәртәләнгән биләмә.
– Туризм инфраструктураһы – Башҡортостанда автотуризмды үҫтереүҙең мөһим факторы. Яңы туҡталҡа уңайлы ял итеү өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеп кенә ҡалмаясаҡ, ә «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» автомаршрутын сәйәхәтселәрҙең төрлө категориялары өсөн уңайлыраҡ итеп, төбәктең туристик потенциалын киңерәк асырға ярҙам итәсәк, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Проектты тормошҡа ашырыуға 20 миллион һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән 10 миллион һумы – федераль һәм төбәк бюджеттарынан субсидия, 10 миллион һумы – инвесторҙың үҙенең аҡсаһы. Туҡталҡа һыу тәьминәте системаһына һәм электр селтәрҙәренә тоташтырыла, был үҙ сиратында автойорттарҙы, гаджеттарҙы зарядлау мөмкинлеген бирә.
Бынан тыш, бында кемпинг-палаткалар ҡуйырға мөмкин буласаҡ, шулай уҡ велосипедтарҙы прокатҡа алыу пункты эшләйәсәк. Биләмәлә балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыу күҙаллана, был автосәйәхәтселәрҙең ялын тағы ла уңайлы итергә мөмкинлек бирәсәк.
Фото: gtrkrb.ru/b24
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!