“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында Бүздәк - Дәүләкән юлы участкаһы ремонтланасаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.
Юлдың был өлөшө райондың Бүздәк ауылы эргәһендә урынлашҡан. Оҙонлоғо – дүрт километр. Асфальт япмаһы яңыртыласаҡ, юл ситтәре нығытыласаҡ, разметка эшләнәсәк. Бөтә эштәрҙе 2026 йыл аҙағына тамамлаясаҡтар.
“Бүздәк – Дәүләкән юлы ике районды бәйләй. Уларҙа 95 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бынан тыш, был туристик йүнәлеш тә булып тора, Башҡортостандың иң ҙур күле Асылыкүлгә барыуҙы тәьмин итә. Хәүефһеҙ һәм уңайлы юл йөрөү өсөн юлды нормала ҡаралған торошҡа килтерергә кәрәк”, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Исеменән үк күренеүенсә, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (нацпроект “Жизнь для инфраструктуры”) торлаҡ фондының кәм тигәндә 20 процентын яңыртыуҙы, тәүге баҙарҙа унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүҙе һәм коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртыуҙы бурыс итеп ҡуя. Ошо милли проектҡа ярашлы булдырылған “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты 20 миллиондан ашыу кеше өсөн 2030 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Был федераль проектҡа 4,5 триллион һум аҡса бүленәсәк. Йыл һайын коммуналь селтәрҙәрҙең 2,5 проценты яңыртыласаҡ. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса эш өҙлөкһөҙ дауам итәсәк: 30 меңдән ашыу йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла һәм бәләкәй ҡалаларҙың еңеү яулаған 1600 проекты ла был эштә ҡатнашасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:национальные проекты.рф