Быйыл Өфөлә, “Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сараларына ярашлы, ҡала биләмәләрен үҙгәртеп ҡороу дауам ителә, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Үҙгәрештәр ике йәмәғәт урынына – Рихард Зорге исемендәге һәм Хәтер скверҙарына ҡағыла, улар баш ҡаланың Октябрь һәм Орджоникидзе райондарында урынлашҡан.Ҡала инфраструктураһын яҡшыртыу һәм Өфө халҡына йәшәгән урындарынан алыҫ түгел ерҙә матур ял итергә мөмкинлек биреү өсөн эшләнә.
Р. Зорге скверына металдан стела рәүешендә эшләнгән конструкция ҡуйыла, ул легендар разведчикты һынландыра. Бында шулай уҡ йәйәү йөрөүгә тәғәйенләнгән урындар, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары булдырыла, яҡтыртыу һәм һыу ағыҙыу системалары яңыртыла.
Хәтер скверы универсаль йәмәғәт киңлеге статусын ала. Геройҙар тураһында иҫтәлек буйынса тарихи ролен һаҡлап, парк ҡала халҡының йәшәү рәүешен әүҙемләштереүгә өҫтәмә уңайлыҡтар тәҡдим итәсәк. Реконструкциянан һуң бында төҙөкләндерелгән аллеялар, бәләкәй архитектура формалары, үҫентеләр, балалар уйын комплекстары һәм спорт зоналары барлыҡҡа килергә тейеш. Тимәк, бында бөтә ғаилә менән ял итергә килергә һәм физик әүҙемлек менән шөғөлләнергә мөмкин була, тигән һүҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: house.bashkortostan.ru
Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan