2026 йылдың 22-23 апрелендә Өфөлә Аҡмулла университеты базаһында “Юғары белем биреү мәктәбенең көҙгөлө лабораториялары” проекты, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) һәм Рәсәйҙә Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы сиктәрендә V Бөтә Рәсәй йәштәр мәктәп-конференцияһы үтәсәк. Был хаҡта республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр.
Сараның төп бурыстары— өҫтөнлөклө тикшеренеү йүнәлештәре буйынса фәнни һәм фәнни-технологик проекттарҙы үҫтереү, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы ғалимдары, йәш тикшеренеүселәр һәм уҡыусылар өсөн Рәсәй фәненең һәм мәғарифының йәлеп итеүсәнлеген арттырыу, фән һәм юғары/урта белем биреү өлкәһендә интеграция процестарын үҫтереү.
Конференция эшендә ҡатнашыу өсөн студенттар (ғилми етәксе менән авторҙашлыҡта), аспиранттар, йәш ғалимдар, уҡытыусылар (дүрт секция эше сиктәрендә), шулай уҡ өлкән класс уҡыусылары (етәкселәр менән авторҙашлыҡта) саҡырыла.
Конференция йомғаҡтары буйынса конференцияның фәнни хеҙмәттәре программа комитеты ҡарары буйынса иң яҡшы тезистарҙың электрон йыйынтығын баҫтырырға планлаштыралар.
Шулай уҡ билдәле Рәсәй ғалимдарының һәм Юғары иҡтисад мәктәбе уҡытыусыларының пленар докладтар һәм лекциялар менән сығыштары, шулай уҡ йәш ғалимдарҙың үҙенсәлекле хәбәрҙәрен секциялар буйынса телдән докладтар формаһында тикшереү планлаштырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.