“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) 2026 йылда Балаҡатай районында Тарша йылғаһы аша күпер яңыртыла.
Был турала төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Был күпер Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Яңы Балаҡатай – Уңҡурҙа трассаһындағы Түбәнге Үтәш ауылы эргәһендә урынлашҡан.
Күперҙең юл япмаһы яҡшыртыласаҡ, ҡоймалар ҡуйыласаҡ, разметкалар эшләнәсәк. Ремонт барышында урау юл көйләнәсәк.
–Күперҙең оҙонлоғо әллә ни ҙур түгел, 11 погонлы метр иҫәпләнә, ләкин урындағы халыҡ өсөн ул мөһим. Был юл Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай райондары, Силәбе өлкәһенең сиге аша үтә. Шулай уҡ был йүнәлеш туристар араһында ла ҙур һорау менән ҡулланыла. Унда Балаҡатай заказнигы урынлашҡан, башҡа ҡыҙыҡлы урындар бар. Был юлдар буйынса хәрәкәт көсөргәнеше тәүлегенә 2,5 мең автомобиль тәшкил итә, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – торлаҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.