Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март , 09:00

Тағы ике пансионат ишектәрен асасаҡ

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Тағы ике пансионат ишектәрен асасаҡ
Тағы ике пансионат ишектәрен асасаҡ

Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын һәм насар хәрәкәт иткән граждандарҙы реабилитациялау өсөн ике пансионат барлыҡҡа килә. Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылында хәрби хәрәкәттәр ветерандары, насар хәрәкәт иткән граждандар өсөн 70 урынлыҡ дәүләткә ҡарамаған пансионат әҙер тиерлек. Күгәрсен районының Подгорное ауылында 55 урынлыҡ ошондай уҡ ойошма төҙөлөп бөтөп бара. Объекттар 2026 йылдың икенсе кварталында асылыр тип көтөлә.

Был – “Ғаилә” милли проектын (национальный проект “Семья”) тормошҡа ашырыу – заманса ял итеү зоналары, адаптив кейем, реабилитациялау өсөн шәхси “социаль паспорттар”.

Башҡортостанда, дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында килешеүгә ярашлы, өлкән йәштәгеләр өсөн биш шәхси пансионат бар. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика ил төбәктәре араһында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү механизмдарын иң яҡшы  тормошҡа ашырыуҙы күрһәткән субъект булып танылған.

“Стационар хеҙмәтләндереү үҫешенең мөһим йүнәлеше – ҡарамаҡтағыларҙың тормош сифатын күтәреүҙе тәьмин итеү. Кешеләр интернаттарҙа йылдар буйы йәшәй, шуға күрә лайыҡлы йәшәү шарттарын булдырабыҙ. Барлыҡ интернаттарҙа рекреация һәм ял итеү зоналары барлыҡҡа килгән. Кресло-коляскаларға урындар бүленгән һәм ирекмәндәр коляскаларҙа хәрәкәт иткәндәргә ярҙам итә”, - тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

Әле республикала 20 дәүләт стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы эшләй. Тағы өс филиалы, 16 бүлексәһе булған бер геронтология үҙәге эшләй.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

 

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас