Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Март , 08:40

Башҡортостандың тағы 30 тораҡ пункты интернетҡа тоташтырылды

Заманса тоташтырыу системаһы өйҙәге барлыҡ ҡоролмалар - смартфондар, компьютерҙар һәм телевизорҙар менән тотороҡло ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Башҡортостандың тағы 30 тораҡ пункты интернетҡа тоташтырылды
Башҡортостандың тағы 30 тораҡ пункты интернетҡа тоташтырылды

Башҡортостан Республикаһының тағы 30 тораҡ пункты юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителде. Элемтәне һәм интернетты үҫтереү “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”)  милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр төбәктең Дәүләт идара итеүен һанлы үҫтереү министрлығында.

Провайдер 130 саҡрым оптик кабелдәр һалған, ул 4,7 мең йортто элемтә менән тәьмин иткән. Заманса тоташтырыу системаһы өйҙәге барлыҡ ҡоролмалар - смартфондар, компьютерҙар һәм телевизорҙар менән тотороҡло ҡулланыуҙы тәьмин итә. Бының ярҙамында кешеләр видеоэлемтә аша аралаша, фильмдар төшөрә һәм ҡарай, онлайн документтар менән эшләй, дәүләт хеҙмәттәрен дистанцияла ала. Элемтәнең юғары сифаты бер үк ваҡытта тиҙлекте һәм өҙөклөктәрҙе юғалтмайынса бер нисә ҡоролмала интернет менән файҙаланыу мөмкинлеге бирә.

“Республика халҡын интернетҡа сифатлы тоташтырыу буйынса эш - төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Был граждандар өсөн киң мөмкинлектәр аса: халыҡ “Дәүләт хеҙмәтт порталының уңайлы электрон сервистары менән файҙала ала, шулай уҡ дистанцион уҡытыуҙың төрлө сервистарына һәм сифатлы һанлы инфраструктураға инеү мөмкинлеге була», - тип һөйләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

“Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” милли проекты иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарын цифрлаштырыуға, шулай уҡ технологик суверенитетҡа һәм лидерлыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән.

Яңы цифрлы сервистар рәсәйҙәрҙең тормошон еңелерәк һәм уңайлыраҡ итә, ә кибермутлашыу менән көрәшеү һөҙөмтәлерәк. ИТ-белгестәр әүҙем әҙерләнә, квант технологиялары һәм яһалма интеллект үҫешә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

 

Автор: Карима Усманова
Читайте нас