Борай урман хужалығы белгестәре “Экология именлеге” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Экологическое благополучие”) урман орлоғо сеймалын эшкәртеү сараһын күрә. Өс аҙна ваҡыт эсендә 16 тонна тубырсыҡтар эшкәртелгән: уның 10 тоннаһы ҡарағайҙыҡы һәм 6 тоннаһы Себер шыршыһыныҡы. Был турала төбәктең Урман хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Тубырсыҡ киптергестәрендә улар асыла, унан орлоғо алына. Аҙаҡ сәсеү сифатын баһалау өсөн Урманды һаҡлау үҙәгенең республика филиалына экспертизаға ебәрелә. Характеристика раҫланғандан һуң ғына улар теплицаларға ултыртыласаҡ.
Урман етештереү циклы сифатлы тубырсыҡ йыйыуҙан башлана һәм һәр этапҡа ентекле иғтибар талап итә. Алынған орлоҡтар урмандарҙы тергеҙеү өсөн нигеҙ булып тора.
“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә, кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.