Өфөләге 5-се ҡала дауаханаһында заманса сәләмәтлек үҙәген астылар. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Яңы үҙәктә пациенттар комплекслы клиника-инструменталь тикшереүҙән файҙаланасаҡ: антропометрия, офтальмотонометрия, электрокардиография, спирография, шулай уҡ иҫкәртеү саралары һәм дөйөм холестеринды, ҡандағы глюкозаны асыҡлау өсөн экспресс-анализдар. Ошоларҙың барыһы нигеҙендә табип-терапевт сәләмәтлек паспортын бирәсәк.
“Әлеге ваҡытта республикала 23 сәләмәтлек үҙәге эшләй. Йыл башынан уларға 21 мең кеше мөрәжәғәт итте. Һигеҙ мең кеше һау тип танылды, 10 меңдән ашыу кешелә функциональ тайпылыш күҙәтелде. 18479 гражданға сәләмәт тормош алып барыу буйынса шәхси пландар тәғәйенләнде, 6714 кеше белгестәргә ҡайтанан тикшереүгә һәм дауалау тактикаһын асыҡлауға ебәрелде”, - тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!