2026-2027 йылдарҙа Өфө фән һәм технологиялар университетын ҙур үҙгәрештәр көтә. «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаларын тормошҡа ашырыуға ярашлы вуз үҙ инфраструктураһын комплекслы яңыртыуға тотона, тип хәбәр иттеләр университетта.
Дөйөм күләме 576 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән федераль финанслау университеттың төп объекттарын – студент ятаҡтарынан алып тарихи уҡыу корпустарына тиклем – үҙ эсенә ала. Иғтибар үҙәгенә студенттарҙың уңайлығы һәм хәүефһеҙлеге ҡуйыла. «Йәштәр һәм балалар» милли проектының (национальный проект «Молодежь и дети») «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проектына ярашлы ике студент дөйөм ятағы капиталь ремонт һәм яңы йыһазландырыу аласаҡ.
Беренсе объект – Минһажев урамындағы ятаҡ. Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән бинала инженер селтәрҙәре тулыһынса яңыртыласаҡ, торлаҡ һәм санитар бүлмәләр тәртипкә килтереләсәк.
Икенсе ятаҡ Өфөнөң тарихи үҙәге Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан. Бында ҡыйыҡ капиталь ремонтланасаҡ һәм артабан бүлмәләр йыһазландырыласаҡ.
Университеттың уҡыу корпустарын да әһәмиәтле үҙгәрештәр көтә. «Фән һәм юғары белем биреү ойошмаларына дәүләт ярҙамы» проектына ярашлы Карл Маркс урамындағы биналарҙың алғы һәм ҡыйыҡтарына капиталь ремонт үткәреүгә аҡса йүнәлтелгән. Был объекттар заманса итеп йыһазландырыласаҡ, шулай уҡ эргәлә төҙөлөп ятҡан вуз-ара студенттар кампусы менән берҙәм архитектура ансамбленә ҡушыласаҡ.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!