Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районында 10 саҡрымдан ашыу Магнитогорск - Ира юлын “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальны проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты буйынса ремонтлайҙар, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Белгестәр Сибай ҡалаһы янындағы участканы яңыртасаҡ. Унда асфальтты алмаштыралар, юл ситтәрен нығытасаҡтар һәм билдәләр төшөрәсәктәр. Эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
“Магнитогорск - Ира юлы Рәсәйҙең терәк селтәренә инә. Ул республиканың Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарын тоташтыра. Ошо юлдан Мораҙым тарлауығы һәм башҡа иҫтәлекле урындарға барып етергә мөмкин. Бында трафик тәүлегенә 12,5 мең автомобилгә етә. Шуға күрә уны норматив торошта тотоу һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һәммәһенең дә хәүефһеҙ йөрөүен тәьмин итеү мөһим”, - тип билдәләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Улар - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм уны яңыртыу, күсмә составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrkrb.ru
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan