Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Март , 06:00

Һунар ресурстарының ҡышҡы маршрут иҫәбе тамамланды

Белгестәргә мышы, ҡабан, себер ҡоралайы, һеләүһен, һыуһар, аҡ ҡуян һәм башҡа хайуандарҙың байтаҡ төрҙәре буйынса мәғлүмәттәр эшкәртергә кәрәк.

Һунар ресурстарының ҡышҡы маршрут иҫәбе тамамланды
Һунар ресурстарының ҡышҡы маршрут иҫәбе тамамланды

Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылған һунар ресурстарының ҡышҡы маршрут иҫәбе тамамланды. Күләмле сара һунарсылыҡ ерҙәрен һәм төбәктең айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен үҙ эсенә ала. Ул киләһе миҙгелгә һунар итеү лимитын булдырыу өсөн хайуандар һәм ҡоштарҙың һанын билдәләргә мөмкинлек бирә. Был эш “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.

Иҫәпте дәүләт һунар инспекторҙары, төбәктең айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ тәжрибәле һунарсылар үткәрә. Улар республика биләмәһендә тигеҙ бүленгән алдан һалынған маршруттар буйынса үтә, ҡарҙа хайуандарҙың йәшәү эшмәкәрлеге эҙҙәрен теркәй.

Быйылғы миҙгелдә иҫәпселәр аномаль тәрән ҡар менән осрашҡан, был урман буйлап хәрәкәт итеүҙе күпкә ҡыйынлаштыра. Бейек ҡар ҡатламы саңғыла йөрөү өсөн генә түгел, ә ҡаргиҙәр техникаһы өсөн дә ҡаршылыҡтар тыуҙыра, был төркөмдәрҙән максималь фиҙакәрлек һәм маршруттарҙы үтеү ваҡытын арттырыуҙы талап итә.

Әлеге ваҡытта эштәр тулыһынса тамамланған. Иҫәпселәр йыйған беренсел материалдар камераль эшкәртеү үтә. 2026 йылдың 1 апреленә тиклем бөтә мәғлүмәттәр артабанғы йыйынтыҡ, комплекслы анализ һәм йомғаҡлау отчетын әҙерләү өсөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына тапшырыласаҡ.

Белгестәргә мышы, ҡабан, себер ҡоралайы, һеләүһен, һыуһар, аҡ ҡуян һәм башҡа хайуандарҙың байтаҡ төрҙәре буйынса мәғлүмәттәр эшкәртергә кәрәк. Тап ошо һандар ҡышлауҙан һуң фаунаның торошон объектив һүрәтләй.

Һунар ресурстары һаны тураһында йомғаҡлау доклады Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығына ебәреләсәк. Йыйылған мәғлүмәттәр яҡын киләсәккә төбәктең хайуандар донъяһын һаҡлау һәм файҙаланыу стратегияһын төҙәтергә ярҙам итәсәк.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас