Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Март , 09:35

Төҙөкләндереү объекттары буйынса тауыш биреү өсөн ирекмәндәр йыялар

Волонтерҙар кешеләргә тауыш биреү тураһында белергә ярҙам итә, проект хаҡында һөйләй һәм ҡатнашыу процесында халыҡты оҙатып йөрөй. Уларҙың эше ярҙамында бөтә ил буйлап меңдәрсә кеше үҙ ҡалаларын үҫтереүҙә ҡатнаша. Төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү 2026 йылдың 21 апреленән 12 июненә тиклем дауам итә.

Төҙөкләндереү объекттары буйынса тауыш биреү өсөн ирекмәндәр йыялар
Төҙөкләндереү объекттары буйынса тауыш биреү өсөн ирекмәндәр йыялар

Төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй тауыш биреүе “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә уҙа, тип хәбәр иттеләр республика министрлыҡтарында. Махсус тәжрибә талап ителмәй - төбәк штабтарында бөтә кәрәкле нәмәгә өйрәтәсәктәр. Шулай уҡ ирекмәндәргә «Добро.рф»та верификацияланған сәғәттәр ҡаралған.

Ирекмәндәр кешеләргә алтынсы йыл рәттән төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә ярҙам итә. Мәҫәлән, 2025 йылда Башҡортостандан 12 меңдән ашыу ирекмән илебеҙ үҙгәреү процесының бер өлөшө булды һәм проектты ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте.

Республикала 770 меңдән ашыу кеше тауыш биргән, уларҙың 511 меңе - ирекмәндәр. Халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында ағымдағы йылда төбәктә 152 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк.

Федераль дәүләт күсемһеҙ милек агентлығының ирекмәндәр корпусы - илдең ҙур ирекмәндәр проекттарының береһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдан илдә тәү сиратта төҙөкләндереләсәк төҙөкләндереү объекттары: парктар, яр буйҙары, скверҙар һәм башҡа йәмәғәт биләмәләре өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү ойошторола. Ниндәй урындар үҙгәрергә һәм уңайлыраҡ булырға тейешлеген тап халыҡ хәл итә.

Волонтерҙар кешеләргә тауыш биреү тураһында белергә ярҙам итә, проект хаҡында һөйләй һәм ҡатнашыу процесында халыҡты оҙатып йөрөй. Уларҙың эше ярҙамында бөтә ил буйлап меңдәрсә кеше үҙ ҡалаларын үҫтереүҙә ҡатнаша. Төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү 2026 йылдың 21 апреленән 12 июненә тиклем дауам итә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Фото: "Башинформ"

 


Автор: Карима Усманова
Читайте нас