Ҡандра ауылындағы “РЕСА” компаниялар төркөмө элеваторы Ҡытай халыҡ республикаһына май етенен оҙата башланы. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаты булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.
Был яңыртылған агросәнәғәт объектының экспорт дебюты. Ҡытайға бөтәһе 1612 тонна майлы культура орлоғо ебәреү планлаштырыла, был 62 тимер юл контейнеры.
Ҡандра элеваторы базаһында контейнер майҙансығы һәм элеватор комплексы менән бүлеү-логистика үҙәге төҙөү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Бөгөн башлыса келәт биналары эшләй, элеваторҙы реконструкциялау тамамланғандан һуң объектта һаҡлау ҡеүәте әлеге 12 мең тоннанан 30 мең тоннаға тиклем артасаҡ. Проектты тормошҡа ашырыуға 230 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған.
– Экспортерҙар өсөн элеваторҙың техник йыһазландырылыуы ғына түгел, уның географик урынлашыуы һәм транспорт инфраструктураһының булыуы ла мөһим. Был өҫтөнлөктәр бында бар, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
2025 йылда Башҡортостан предприятиелары 360 миллион долларға (2024 йыл йомғаҡтары буйынса — 348,6 миллион доллар) 600 мең тоннаға яҡын агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатты. 2030 йылға төбәктә агросәнәғәт комплексы тауарҙарын экспортлауҙы 651,2 миллион долларға тиклем арттырыу планлаштырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.