Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Март , 13:00

Дүртөйлө – Нефтекама юлында күпер ремонтлана

Төньяҡ-көнбайыш райондары халҡы өсөн был мөһим.  

Дүртөйлө – Нефтекама юлында күпер ремонтлана
Дүртөйлө – Нефтекама юлында күпер ремонтлана

Дүртөйлө – Нефтекама юлында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе ремонтлау дауам итә. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты буйынса эшләнгән ҙур яһалма ҡоролмаларҙың береһе был, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Уның оҙонлоғо 745,6 погонлы метр тәшкил итә. Был эштәр Нефтекама йүнәлешендәге хәрәкәт буйынса күперҙең уң яҡ өлөшөндә бара. Бында эшселәр иҫке ҡатламды фрезерлаған, барьер ҡоймаларын алып ташлаған һәм башҡа саралар күргән. Подрядсы ойошма яндауыр  ҡоймаларын һүтеү кеүек эштәрҙе алып бара.

– Был күпер төньяҡ-көнбайыш райондары халҡы өсөн бик мөһим. Автомобилселәргә ул федераль трассаға, ҙур ҡалаларға тиҙ һәм уңайлы итеп барып етергә мөмкинлек бирә. Тәүлегенә был күперҙән дүрт меңгә тиклем машина үтә. Был иһә күперҙең төбәктең транспорт инфраструктураһы өсөн мөһимлеге тураһында һөйләй, – ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас