2026 йыл башынан Башҡортостандың биш тәбиғәт паркында 10 929 турист булған. “Экологик именлек” милли проекты ярҙамында республикала киләсәк быуындар өсөн үҙенсәлекле тәбиғәт һаҡлана, ҡурсаулыҡ урындары үҫтерелә, улар популярлаша бара. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.
“Ирәмәл” тәбиғәт паркы йыл башынан алып 4956 кешене ҡабул итте. Икенсе урында “Мораҙым тарлауығы” – 2556 ҡунаҡ булған. Еҙем тәбиғәт паркына – 1377 турист, Асылыкүл тәбиғәт паркына – 1160, ә Ҡандракүл паркына 880 кеше килгән.
Тәбиғәт парктары ҡунаҡтарының географияһы киң. Башҡортостан халҡынан тыш, республикаға Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Һамарҙан, Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән туристар әүҙем килә.
– Тәбиғәт парктарына килеүселәрҙең артыуы – ул Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙың сағыу күрһәткесе һәм уңайлы инфраструктура булдырыу, экологик мәғарифты үҫтереү буйынса планлы эш һөҙөмтәһе. Шуға ла ауылдарыбыҙҙың матурлығын тағы ла нығыраҡ асыуыбыҙға шатбыҙ. Республикала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең ҡабатланмаҫ мөйөштәрен асырға, уларҙың тынлығынан һәм гүзәллегенән ләззәт алырға саҡырам, – тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен үҫтереүгә “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итә — йылдан-йыл экологик маршруттар һәм һуҡмаҡтар арта бара. Сәйәхәтселәр тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйенсә тәбиғәттән ләззәт алыу мөмкинлегенә эйә була. Ошоноң һөҙөмтәһендә бөтә ил буйынса экотуристар һаны ла арта. 2024 йылда Рәсәйҙең айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә 17,6 миллион кеше килгән, 2025 йылда – 22,5 миллион.
Рәмилә Мусина фотоһы.