Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Апрель , 16:00

Быйыл Межгорьела яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк

Быйыл унда резина япма, спорт снарядтары һәм эскәмйәләр, видеокүҙәтеү системаһы барлыҡҡа киләсәк. Бөтә эштәрҙе октябрь уртаһына тиклем башҡарыу планлаштырыла.

Быйыл Межгорьела яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк
Быйыл Межгорьела яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостандың Межгорье ҡалаһында заманса спорт майҙансығы булдырыу буйынса эштәр быйыл тамамланасаҡ. Уларҙы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында үткәрәләр, тип хәбәр иттеләр Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге хакимиәтендә.

Объектты ҡала спорт мәктәбе биләмәһендә урынлаштыралар. Быға тиклем төҙөүселәр асфальт һалған, бордюрҙар ҡуйған, футбол һәм волейбол өсөн яһалма үлән менән ҡапланған майҙансыҡтар булдырған, шулай уҡ бәләкәй архитектура формаларын һәм яҡтыртыуҙы монтажлаған. Быйыл унда резина япма, спорт снарядтары һәм эскәмйәләр, видеокүҙәтеү системаһы барлыҡҡа киләсәк. Бөтә эштәрҙе октябрь уртаһына тиклем башҡарыу планлаштырыла.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ". 

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас