

Һөнәри оҫталыҡ буйынса “Профессионалдар” Бөтә Рәсәй чемпионат хәрәкәтенең йомғаҡлау этабы быйыл илдең бөтә төбәктәренән алдағы этаптарҙағы ете меңгә яҡын еңеүсене берләштерәсәк. Ярыштар 31 төбәктә һәм 14 предприятие-партнерҙар майҙанында үтәсәк.
Башҡортостанда йомғаҡлау сараларында 198 конкурсант һәм 198 эксперт-остаз ҡатнашасаҡ. Ярыштар йүнәлештәрҙең киң спектрын үҙ эсенә аласаҡ – сәнәғәт производствоһынан алып ауыл хужалығы һәм медицинаға тиклем.
“Профессионалдар” хәрәкәте “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы ойошторола, йәштәргә профессиональ күнекмәләрен күрһәтергә һәм уңышлы карьераға өлгәшеүгә тәүге аҙымдар яһарға ярҙам итә. Ун меңдән ашыу компания һәм предприятие “Профессионалдар” хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам итә. Улар конкурсанттарға илле меңдән ашыу стажировка һәм вакансия тәҡдим итте”, – тине вице-премьер Дмитрий Чернышенко.
Ярыштар төп категорияла 268 һәм “юниорҙар” категорияһында 123 компетенция буйынса үткәреләсәк. Конкурс һынауҙары төбәк майҙандарында 30 апрелгә тиклем барасаҡ, ә предприятие-партнерҙарҙа – 21 авгусҡа тиклем. Күпселек компанияларҙа чемпионат сараларын үткәреү хеҙмәткәрҙәрҙең корпоратив ярыштары менән йәнәш барасаҡ. Был студенттарҙың, буласаҡ предприятие хеҙмәткәрҙәренең профессиональ оҫталыҡтарын үҫтереү өсөн өҫтәмә импульс буласаҡ.
“Чемпионаттың йомғаҡлау этабы бик мөһим. Ул конкурста ҡатнашыусыларҙың оҫталыҡ кимәлен сағыштырырға мөмкинлек бирә һәм кадрҙар әҙерләүҙең яҡшы тәжрибәһе менән таныштыра. ”Профессионалдар” чемпионаты уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙан булып тора. Бында һәр конкурсант, бөтә еңеүселәр уңышлы карьераға ышаныслы аҙым яһаны инде”, – тине Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов.
Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү-производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:"Бәйләнештә".