

Бөтә Рәсәй «Һин уйында» спорт проекттары конкурсының VI миҙгелендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Быйыл ил буйынса 6133 проект тәҡдим ителде, Башҡортостандан ҡатнашыусылар 127 башланғыс тәҡдим итте, тип хәбәр иттеләр «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһында.
Проекттар төрлө темаларҙы үҙ эсенә ала, әммә күпселек башланғыстар футбол, көрәш һәм адаптив спорт менән бәйле.
«Һин уйында» конкурсы спорт яратҡан һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә тағы ла күберәк халыҡты йәлеп итергә теләгән кешеләрҙе берләштерә. Алты миҙгел эсендә 27 меңдән ашыу ғариза алдыҡ, уларҙың һаны йылдан-йыл арта, яңы һәм үҙенсәлекле спорт башланғыстары барлыҡҡа килә», - тип билдәләне «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры София Малявина.
Конкурстың ярымфиналсылары 2026 йылдың 14 апреленә тиклем иғлан ителә. Уларҙың барыһы ла Рәсәй Халыҡ-ара Олимпия университеты әҙерләгән мәғариф акселераторында ҡатнашасаҡ. Был эксперттарҙан баһа алыу ғына түгел, спорт проекттары менән идара итеү өлкәһендә үҙ белемеңде арттырырға ла мөмкинлек бирәсәк.
Финалға сығыусыларҙың исеме быйыл 7 майға тиклем билдәле буласаҡ, ә проекттарҙы яҡлау һәм еңеүселәрҙе билдәләү 18 майҙан 22-һенә тиклем үткәреләсәк. Конкурстың төп номинацияларының һәр береһендә («Старт нөктәһе», «Масштаб», «Спортта балалар», «Спортта трансформация» һәм «Сикһеҙ мөмкинлектәр») иң яҡшылар үҙ проекттарын үҫтереүгә 500 000 һум аласаҡ, ә миҙгелдең лидеры булған проектҡа 1 000 000 һум күләмендә Гран-при тапшырыласаҡ. Шулай уҡ тауыш биреүҙә һәм партнерлыҡ номинацияларында еңеүселәр өсөн махсус наградалар ҡаралған.
Бөтә Рәсәй «Һин уйында» спорт проекттары конкурсы «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы (государственная программа «Спорт России») буйынса РФ Спорт министрлығы ярҙамында үткәрелә. Программа физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күләмле саралар уҙғарыла, Бөтә Рәсәй «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» физкультура-спорт комплексы ғәмәлгә ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Фото: "Һин уйында" конкурсының матбуғат хеҙмәтенән.