Милли проекттар
4 Апрель , 02:15

"Уфабрика" займ алды

Сауҙа баҙарында урынын нығыта.

"Уфабрика" займ алды"Уфабрика" займ алды
"Уфабрика" займ алды

Өфөлә теркәлгән, бәләкәй бизнестың яңы эш башлаған субъекты булған “Уфабрика” предприятиеһы 8 процент ставка менән өс миллион һум күләмендә ташламалы микрозайм алған.

Финанс ярҙамы, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы, Башҡортостан микрокредит компанияһы тарафынан бирелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм – министрлығынан.

– Бәләкәй һәм урта бизнес буйынса яңы эш башлағандарға ярҙам программаһы тармаҡ үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән, баҙарҙа компанияларҙың конкуренцияға һәләтен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Отошло шарттарҙа займ йәлеп итеү арҡаһында предприятиелар эшмәкәрлеген тотороҡлоландырыу мөмкинлеген ала, сауҙала урынын нығыта, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

“Уфабрика” йәмғиәте сифатлы ярымфабрикаттар, әҙер төшкө аш етештереү буйынса махсуслаша. Финанс ярҙамы уға сеймалды, продукцияларҙы ташыуға, хеҙмткәрҙәргә эш хаҡын ваҡытында түләү, етештереү эше өсөн биналарҙы ҡуртымға алыу мөмкинлеген бирә.

Фото: gtrkrb.ru

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас