

“Экология именлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) Өфөлә машина шиндарын утилләштереү буйынса экология акцияһы башланды.
Ҡаланың барлыҡ райондарында ла диаметры 22 дюймға тиклем покрышкалар ҡабул ителә. Ҡабул итеү пункттары 1 майға тиклем көн һайын 10:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Ведомствола хәбәр итеүҙәрендә, автомобиль тәгәрмәстәре ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар иҫәбенә инмәй. Уларҙы эре габаритлы сүп-сар өсөн бункерҙарҙа, өй алдындағы биләмәләрҙә, контейнер майҙансыҡтарында ҡалдырырға ярамай.
“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә, кешеләрҙең уңайлы тормошон хәстәрләй. Эш бер нисә йүнәлештә алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау һәм башҡалар.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.