Милли проекттар
10 Апреля , 03:30

Буласаҡ әсәйҙәр өсөн – "Амалтея" программаһы

Өфөнөң перинаталь үҙәгендә бала табыуға әҙерлек программаһы эшләй башлаған

Буласаҡ әсәйҙәр өсөн – "Амалтея" программаһыБуласаҡ әсәйҙәр өсөн – "Амалтея" программаһы
Буласаҡ әсәйҙәр өсөн – "Амалтея" программаһы

Өфө ҡала перинаталь үҙәгенең 2-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында «Амалтея» бала табыуға әҙерлек программаһы тормошҡа ашырыла башланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Был «Ғаилә» милли проекты (национальный проект “Семья”) маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.

Был программа Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан патентланған һәм раҫланған. Уны йөклө ҡатынға белгес менән кәңәшләшкәндән һуң тәғәйенләйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы бала табыуға әҙерләгәндә, уларҙың бөтә индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алына. Уларҙы, мәҫәлән, тулғаҡ ваҡытында ауыртыуҙы кәметеү өсөн дөрөҫ тын алырға өйрәтәләр. Был ысул бала донъяға килгәнгә тиклем ваҡытты уртаса ике сәғәткә ҡыҫҡартырға, борсолоуҙы кәметергә һәм әсәйҙәрҙең һаулығын тергеҙеүҙе тиҙләтергә мөмкинлек бирә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото: https://health.bashkortostan.ru

Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас