Милли проекттар
10 Апреля , 04:30

Өфө оҫталары “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеме өсөн көрәшә ала

Беренсе номинацияла ҡатнашыусыларҙы теркәү 2026 йылдың 22 апреленә тиклем бара. Ошо хаҡта мәҡәләлә...

Өфө оҫталары “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеме өсөн көрәшә алаӨфө оҫталары “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеме өсөн көрәшә ала
Өфө оҫталары “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеме өсөн көрәшә ала

Башҡортостанда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы старт алды. Ярыш туғыҙ номинация буйынса уҙғарыла, улар иҫәбендә “Икенсе старт” бәйгеһендә ҡатнашыусылар өсөн номинация, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.

Конкурс “Кадрҙар” милли проектының (национальный проект “Кадры”) “Хеҙмәт кешеһе” федераль проектының төп сараһы булып тора. Маҡсат – эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү. Ҡатнашыусылар өсөн был үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеү, яңы тәжрибә һәм танылыу алыу ғына түгел, ә аҡсалата приз яулау мөмкинлеге лә.

Башҡортостан белгестәре “Программалы идара итеүсе станоктар операторы”, “Фрезерлаусы”, ”Токарь”, “Иретеп йәбештереүсе”, “Ташсы”, “Электромонтер”, “Ашнаҡсы", “Техник протезист” номинацияларында ҡатнаша ала.

Конкурстың төбәк һәм федераль этаптары теоретик белемде тикшереүҙе һәм практик заданиеларҙы үтәүҙе үҙ эсенә алған һынауҙар серияһынан ғибәрәт.

Һөнәренә һәм тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡан махсус хәрби операция ҡатнашыусылары ярышта сикләүҙәрһеҙ һәм ҡайтанан уҡытыуҙы раҫлауҙы талап итмәйенсә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

Ярыштар Өфө туҡланыу һәм сервис индустрияһы колледжы, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең “Ростех” корпорацияһының производство-уҡыу үҙәге, шулай уҡ Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы майҙансыҡтарында ойошторола.

“Рәсәйҙә эш” берҙәм цифрлы платформаһында “ашнаҡсы” номинацияһы буйынса ғаризалар ҡабул ителә башланы. Конкурстың төбәк этабында ҡатнашыуға заявкалар май һәм июнь айҙарында ҡабул ителә.

Беренсе номинацияла ҡатнашыусыларҙы теркәү 2026 йылдың 22 апреленә тиклем “Рәсәйҙә эш” мәшғүллек һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә берҙәм һанлы платформала (Единой цифровой платформе в сфере занятости и трудовых отношений «Работа в России».) дауам итәсәк.

Төбәк этабында еңеүселәр бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы ярыштарының федераль этабында башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас