Милли проекттар
11 Апреля , 11:40

Ҡытайға арпа экспортланды

Беренсе тапҡыр ошондай ярма оҙаттыҡ.

Ҡытайға арпа экспортландыҠытайға арпа экспортланды
Ҡытайға арпа экспортланды

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) Башҡортостандан Ҡытай халыҡ республикаһына бер мең тоннанан ашыу күләмдә арпаның тәүге партияһы оҙатылды.

Был ауыл хужалығы культураһын Әбйәлил районынан ауыл хужалығы предприятиеһы оҙатыуы тураһында белдерҙе республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.

Арпа өлгөләрен тикшереүҙе Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүе идаралығының үҫемлектәр карантины, иген сифаты һәм орлоҡ контроле бүлеге белгестәре башҡарҙы, шулай уҡ лаборатория тикшеренеүҙәре лә үткәрелде.

Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса хәүефле карантин организмдары унда табылмай, барлыҡ продукция импортер илдең талаптарына яуап бирә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан арпаны ҙур күләмдә етешетереүсе төбәк булып тора. 2025 йылда уның майҙаны 91 меңгә яҡын гектар тәшкил итте. Игенселәр 200 мең тоннанан ашыу был популяр культураны үҫтерҙе. Быйыл арпаны сәсеү майҙанын тағы ла 2,2 процентҡа арттырыу ниәтләнә.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы. 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас