

Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты сиктәрендә иген һәм мал аҙығы орлоҡтары экспортын ике тапҡырға тиерлек арттырҙы, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Быйыл йыл башынан райондағы орлоҡсолоҡ хужалыҡтары сит илдәргә 800 тоннанан ашыу эспарцет, донник, люпин, люцерна, бойҙай, фацелия, арпа орлоҡтарын һатҡан.
Белоруссияға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға ҙур күләмдә орлоҡ оҙатылған. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 444 тонна ауыл хужалығы орлоғо һатылған.
Республика буйынса Россельхознадзор идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, орлоҡ материалының бөтә партиялары ла һынау лабораторияһында тикшерелгән. Анализдар карантин организмдарын асыҡламаған, ә оҙатылған бөтә продукция импортлаусы илдәрҙең фитосанитар талаптарына яуап бирә.
Орлоҡ материалының бөтә партияларына 40 фитосанитар сертификат бирелгән. Продукция автомобиль юлы менән оҙатылған.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!