Милли проекттар
14 Апреля , 08:00

Урмандарҙы тергеҙеү иғтибар үҙәгендә

Райондарҙа был йәһәттән ҙур маҡсаттар ҡуйылған.

Урмандарҙы тергеҙеү иғтибар үҙәгендәУрмандарҙы тергеҙеү иғтибар үҙәгендә
Урмандарҙы тергеҙеү иғтибар үҙәгендә

Башҡортостан урмансылары урманды тергеҙеү өсөн 28 миллион ағас сәсмәлеге әҙерләйәсәк. Был эштәр “Экология именлеге” милли проектына ярашлы башҡарыла (национальный проект "Экологическое благополучие"), тип хәбәр итә төбәктең Урман хужалығы министрлығы.

Республиканың күпселек райондарында сәсмәлектәрҙе ҡаҙыу эше башланған. Мәҫәлән, Әбйәлил урман хужалығының өс урман питомнигында ике миллионға яҡын ҡарағай сәсмәлеге әҙерләнәсәк, Йылайыр урман хужалығында был һан 2,4 миллион тәшкил итәсәк. Был этаптан һуң үҫентеләр сорттарға айырыуға ебәреләсәк.

- Дөйөм алғанда, 28 миллион сәсмәлек урман тергеҙеү буйынса планды үтәү өсөн етерлек. Быйыл кәмендә 14 мең гектарҙа ошо эш башҡарыласаҡ, – ти Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә, кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итә. Был йәһәттән эш бер юлы бер нисә йүнәлештә алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, экология туризмын үҫтереү һәм башҡалар.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас