Милли проекттар
15 Апреля , 06:00

Бөрйән районындағы ауылдар заманса йәмәғәт киңлектәрен ала

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса 2026 йылда Башҡортостан Республикаһында 152 биләмә төҙөкләндереләсәк. Был проектҡа бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Бөрйән районындағы ауылдар заманса йәмәғәт киңлектәрен алаБөрйән районындағы ауылдар заманса йәмәғәт киңлектәрен ала
Бөрйән районындағы ауылдар заманса йәмәғәт киңлектәрен ала

2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”)  милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ике тораҡ пунктта йәмәғәт урындары төҙөкләндереләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итте.

Шулай итеп, Иҫке Собханғол ауылында йәйәүлеләр һәм ял итеү өсөн урындары төҙөләсәк, резина япмалы балалар майҙансығы, бәләкәй архитектура формалары, саралар үткәреү өсөн сәхнә урынлаштырасаҡ, яҡтыртыу ҡорамалдары, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйыласаҡ.

Байназар ауылында балалар майҙансығы йыһазландырыласаҡ, уның менән бергә бәүелсәк ҡуйыласаҡ һәм ҡомлоҡта уйнау урыны ла буласаҡ. Эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары урынлаштырыу буйынса ла эш планлаштырыла. Шулай уҡ яҡтыртыу ҡоролмалары һәм ҡоймалар ҙа ҡуйыласаҡ.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 2025 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы "Фурҡан" паркы биләмәһе төҙөкләндерелде.

Паркҡа асфальт түшәлгән һәм кәртәләнгән, кәрәкле ҡорамалдар һәм йомшаҡ, хәүефһеҙ япмалар менән спорт һәм балалар майҙансыҡтары урынлаштырылған, ҡышҡы шыуыу урыны төҙөлгән, фонтан ҡуйылған, яҡтыртыу ҡорамалдары менән тәьмин ителгән, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары бар. Һөҙөмтәлә ғаиләләр өсөн ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн матур һәм уңайлы урын барлыҡҡа килгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса 2026 йылда Башҡортостан Республикаһында 152 биләмә төҙөкләндереләсәк. Был проектҡа бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас