Милли проекттар
15 Апрель , 02:05

Был киләсәк быуын өсөн кәрәк

Яҡын арала команда проектты тормошҡа ашырыуға тотонасаҡ.

Был киләсәк быуын өсөн кәрәкБыл киләсәк быуын өсөн кәрәк
Был киләсәк быуын өсөн кәрәк

Өфө вуз-ара студенттар кампусы резиденты инженер таланттарын эҙләүгә 10 миллион һум тотонасаҡ.

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) булышлығында Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара кампусы резиденты - Өфө фән һәм технологиялар университеты – “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәр  Дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт гранттар конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

Университет үҫеп килгән быуындың алға китешенә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 10 миллион һум күләмендә субсидия аласаҡ. Өфө фән һәм технологиялар университетының “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерҙар мәктәбе командаһы проекты өсөн ярҙам алды.

“Тәүәккәллә һәм ас!” фән һәм технологиялар йүнәлешендәге проект Рәсәй технологиялары нигеҙендә пилотһыҙ осоу аппараттарын һәм электр механикаһы системаларын эшләү өлкәһендә уҡыусылар һәм студенттарҙың фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеген популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Проекттың төп үҙенсәлеге – уны алдынғы инженерҙар мәктәбенең йәштәр командаһының эшләүендә.

“Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары һәм электр механикаһы системалары киләсәкте билдәләй. Проект һөҙөмтәһендә уҡыусылар аныҡ етештереү һәм инженер мәсьәләләре менән танышасаҡ”, - тип белдерҙе гранттар конкурсы эксперты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Римма Шәйәхмәтова.

Яҡын арала команда проектты тормошҡа ашырыуға тотонасаҡ.

Сығанаҡ: БР Мәғариф һәм фән министрлығы, фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!     

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас