

Башҡортостандың Мишкә районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Өфө – Бөрө – Яңауыл юлының дүрт километрҙан ашыу арауығы ремонтланасаҡ. Эштәр Сосновка һәм Октябрь ауылдары араһындағы участкала башҡарыла.
Бында юлсылар өҫкө ҡатламды ҡырҡыу, тигеҙләү һәм яңы япма һалыу, юл ситтәрен нығытыу һәм билдәләр ҡуйыу кеүек эштәрҙе башҡарасаҡ. Ремонтты икенсе кварталда башларға һәм 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итте.
– Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһы Рәсәйҙең терәк селтәренә инә. Ул республиканың баш ҡалаһын төньяҡ-көнбайыш райондары менән тоташтыра, алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙе транспорт бәйләнеше менән тәьмин итә. Көн һайын был юлдан 24 меңгә тиклем автомобиль үтә, — тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Өфө – Бөрө – Яңауыл юлының 28 саҡрымын ремонтлау күҙаллана.
Бөрө, Борай, Ҡалтасы, Мишкә, Яңауыл райондарында һигеҙ участка норматив хәлгә килтереләсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы (архивтан).