Милли проекттар
15 Апрель , 07:00

Йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булмаһын

Ауырғазы районының Талбазы ауылында йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын реконструкциялау башлана. 

Йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булмаһынЙылылыҡ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булмаһын
Йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булмаһын

2026 йылда Башҡортостан Республикаһында коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса күләмле эштәр комплексы дауам итәсәк. «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль проекты сиктәрендә «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») сиктәрендә йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы ағыҙыу һәм энергия менән тәьмин итеү системаларын үҙ эсенә алған 46 объектҡа капиталь ремонт һәм реконструкция үткәреләсәк. Был хаҡта БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ауырғазы районының Талбазы ауылына айырыуса иғтибар бүленә, унда йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын реконструкциялау башлана. Титов урамы, 15 а һәм Ленин урамы, 125 б адрестары буйынса ике блоклы ҡаҙанлыҡ базаһында иҫкергән ҡорамалдарҙы тулыһынса алмаштырыу планлаштырыла. Элек урындағы халыҡты йылылыҡ менән тәьмин итеү өсөн ҡулланылған 8-се ҡаҙанлыҡ норматив хеҙмәт итеү ваҡытын арттырып эшләй: уның төп ҡорамалдары, шул иҫәптән өс газ ҡаҙанлығы, 45 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Туҙыу кимәле 91 процентҡа етә, ә тикшереүҙәр барышында етди етешһеҙлектәр – үткәргес торбаларҙың коррозияһы, насостарҙың, фильтрҙарҙың һәм ҡаҙандарҙың боҙолоуы асыҡлана. Бындай проблемалар системаны авария хәлдәренә дусар итә, бигерәк тә ҡышҡы осорҙа ҡатмарлы хәл тыуыуы ихтимал.

Реконструкция үткәреү ҡорамалдарҙың йыш сафтан сығыуын булдырмаҫҡа, өҙөклөк хәүефен кәметергә һәм ашығыс ремонтҡа сығымдарҙы арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Иҫкергән элементтарҙы алмаштырыу һәм заманса технологияларҙы индереү хатта минималь температурала ла тотороҡло йылылыҡ биреүҙе тәьмин итәсәк, халыҡтың хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ кимәлен күтәрәсәк.

Быйыл Башҡортостан Республикаһында «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль проекты буйынса сараларҙы финанслауҙың дөйөм күләме миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк, шуның 700 миллион һумы – федераль бюджет аҡсаһы. Бер йылда тиҫтәләгән километр иҫке торба үткәргестәрҙе һәм селтәрҙәрҙе алмаштырыу күҙаллана, был бөтә инженер инфраструктураһының һөҙөмтәлелеген күпкә яҡшыртасаҡ. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу Башҡортостанда тотороҡло, хәүефһеҙ һәм оҙайлы сроклы ҡала мөхитен булдырыу юлында мөһим аҙым буласаҡ.

Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.  

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!     

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас