Милли проекттар
17 Апрель , 11:30

12 кешенең яман шеш менән сирләүе ихтимал

Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр

12 кешенең яман шеш менән сирләүе ихтимал12 кешенең яман шеш менән сирләүе ихтимал
12 кешенең яман шеш менән сирләүе ихтимал

Беренсе аҙнала “Сәләмәтлек поездары” 12 кешенең яман шеш менән сирләү ихтималлығын асыҡланы. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм, “Оҙайлы һәм әүҙем томош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, ойошторола. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Белгестәр, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын үткәрә башлағандан алып 8117 ҡабул итеү, 1603 тикшереү, шул иҫәптән  610 флюорография, 436 маммография һәм 557 УЗИ (ультратауышлы тикшереү) үткәрҙе.

103 кешенең ҡанында – глюкоза, 195 кешелә холестерин юғары икәнлеге асыҡланды, 232 кешенең тән ауғырлығының артыҡ икәнлеге билдәләнде. Табиптар 306 пациентта беренсе тапҡыр сир барлығын асыҡланы. Уларҙың 143-өндә социаль ауырыуҙың бар икәнлеге билдәләнде. Медицина тикшереүҙәре 12 пациентта – яман шеш, 112 кешелә артериаль ҡан баҫымының күтәренке булыуын, 19-ының шәкәр диабеты барлығын асыҡланы. Аҡ халатлыларға мөрәжәғәт иткән пациенттарға ла диагноздарҙы аныҡлау өсөн тағы тикшереүгә йүнәлтмә бирҙеләр.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас