Милли проекттар
17 Апрель , 15:45

“Алға” алға ҡарап йәшәй

Заманса сәсеү комплексы алынды.

“Алға” алға ҡарап йәшәй“Алға” алға ҡарап йәшәй
“Алға” алға ҡарап йәшәй

Краснокама районының ауыл хужалығы етештереүселәре яҙғы баҫыу эштәренә әүҙем әҙерләнә: минераль ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары, запчасть ала, техниканы яңырта. Эштәр “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектына (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) ярашлы алып барыла.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эш һөҙөмтәлелеген күтәреүгә “Тоҡомсолоҡ заводы-Алға” ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәкселеге айырыуса етди тотонған. Улар “Amazone DMC 9000” заманса сәсеү комплексы алған. Киң мөмкинлектәргә эйә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тейешле эштәрҙе тиҙ арала башҡарасаҡ техника – көҙгө уңышҡа стратегик инвестиция, тип һанай хужалыҡ рәйесе Альберт Вострецов.

– Заманса сәсеү комплексы Краснокама районы хакимиәтенең ярҙамында һәм “Росагролизинг” йәмғиәтенең ташламалы программаһында ҡатнашыу арҡаһында алынды. Хаҡын алты ай дауамында бүлеп түләү мөмкинлеге – хужалыҡҡа финанс йәһәтенән ҙур ярҙам. Һөҙөмтәлә орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары алыуға аҡса ҡаласаҡ, – ти Краснокама районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Ғиндуллин.

Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы, 2025 йыл башынан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас