Милли проекттар
17 Апреля , 06:30

Губкин скверы яңырасаҡ

Октябрьскийҙа йәшәүселәр уны Бөтә Рәсәй тауыш биреү ваҡытында төҙөкләндереү өсөн һайлағайны

Губкин скверы яңырасаҡГубкин скверы яңырасаҡ
Губкин скверы яңырасаҡ

Октябрьский ҡалаһындағы И.М. Губкин исемендәге сквер үҙгәртелә башланы. Ҡалала йәшәүселәр уны Бөтә Рәсәй тауыш биреү ваҡытында төҙөкләндереү өсөн һайлағайны. Бында эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты (федеральный проект “Формирование комфортной городской среды”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Был хаҡта Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән белдерҙеләр.

Подрядсы эштәрҙең беренсе этабын башлаған да инде: иҫкергән япманы демонтажлайҙар, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары өсөн нигеҙ әҙерләйҙәр. Шулай уҡ скверҙа яңы эскәмйәләр, урам сәғәтен ҡуясаҡтар, яҡтыртҡыстарҙы заманлаштырасаҡтар һәм сәскә клумбаларын яңыртасаҡтар.

“Ҡалала йәшәүселәр яратҡан скверҙарын яңыртыуҙы күптән көткәйне һәм был яңы милли проект бурыстарын тормошҡа ашырыуға мөмкин булды. Эштәрҙән һуң ул уңайлыраҡ һәм ял итеү өсөн матур урын буласаҡ”, - тип белдерҙе Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге етәксеһе Вероника Давыдова.

Сығанаҡ, фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас