Милли проекттар
18 Апрель , 01:15

Шишмә районында Дуҫлыҡ проспекты төҙөкләндерелә

Белгестәр Речная урамынан алып Еңеү паркына тиклемге майҙанды яңыртасаҡ. Йәй аҙағына тиклем ул йөрөү, ял итеү, ғаилә менән йыйылыу өсөн заманса урын буласаҡ.

Шишмә районында Дуҫлыҡ проспекты төҙөкләндереләШишмә районында Дуҫлыҡ проспекты төҙөкләндерелә
Шишмә районында Дуҫлыҡ проспекты төҙөкләндерелә

Шишмә районында Дуҫлыҡ проспектын төҙөкләндереү эштәре башланды. Эш "Тормош өсөн инфраструктура" (национальный проект “Инфраструктура для жизни”)  милли проекты ярҙамында башҡарыла, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Белгестәр Речная урамынан алып Еңеү паркына тиклемге майҙанды яңыртасаҡ. Йәй аҙағына тиклем ул йөрөү, ял итеү, ғаилә менән йыйылыу өсөн заманса урын буласаҡ.

"Үҙенең тауышын биргән һәр кемгә рәхмәт (“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндереүҙең проекттары өсөн тауыш биреүҙән – Ред.). Тап халыҡтың ҡатнашлығы финанслауҙы йәлеп итергә һәм был мөһим проектты тормошҡа ашыра башларға ярҙам итте", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров.

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының маҡсаты - халыҡ йәшәгән биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлауҙы, йәмәғәт киңлектәрен һәм ихаталарын төҙөкләндереүҙе, уға бәйле бөтә социаль һәм муниципаль инфраструктураны булдырыуҙы һәм яңыртыуҙы, күсмә составты яңыртыу юлы менән йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттарын арттырыуҙы үҙ эсенә ала. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас