

Былтыр “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) Башҡортостандың 73 медицина ойошмаһында 1,8 миллион кеше медицина тикшеренеүе һәм диспансерлаштырыу үткән. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Улар араһында профилактик медицина тикшеренеүен 221 264 кеше, диспансерлаштырыуҙы 1 670 496 кеше үткән. Өлкәндәр араһында тәрәнәйтелгән диспансеризация үтеүселәр – 204 080 кеше. Репродуктив һаулыҡты диспансерлаштырыусылар һаны - 532 374.
Үткәрелгән тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса 370 560 кешелә тәүге тапҡыр ниндәйҙер сир асыҡланған. Һуңынан улар диспансер иҫәбенә ҡуйыла.
Диспансеризация, медицина тикшеренеүе һөҙөмтәләре сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға, ваҡытында дауаланырға мөмкинлек бирә.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.