

Өфөлә Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһында "Медицина реабилитацияһының бөтә этаптарында ла инсульттан һуңғы тайпылыштарҙы төҙәтеү. Инсульттан һуң ауыртыу синдромы: профилактика һәм терапия ысулдары” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция булған. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторолған. Был сара тураһында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
Сара барышында абруйлы белгестәр инсульт кисергән пациенттарҙы физик реабилитациялау принциптарын һәм маҡсаттарын, айырыуса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн дарыуҙар ярҙамында дауалау менән реабилитация алымдарын берләштереүҙе тикшергән.
Конференция эшендә инсульттан һуң ауыртыныуҙы иҫкәртеү һәм терапия мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленгән. Конференцияла ҡатнашыусылар теорияны өйрәнеп кенә ҡалмай, ә ауыртыныу менән яфаланған пациенттың һаулығын нығытыу буйынса үткәрелгән эш менән дә таныша.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/806754/
Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan