

Башҡортостан Республикаһында 2025 йылда «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, донорҙар хәрәкәтен үҫтереүҙә уңыштарға өлгәшелде. Бер йылда 40 тоннанан ашыу донор ҡаны әҙерләнгән, 30 меңдән ашыу донор ҡабул ителгән, 73 меңдән ашыу ҡан алыу процедураһы башҡарылған. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Республика ҡан биреү станцияһының (РСПК) алты филиалы бар. Төбәктә «ҡеүәттәрҙе туплау» принцибы буйынса төҙөлгән үҙәкләштерелгән система ойошторолған. Ҡан тапшырыуҙы пропагандалауға ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһында донорҙар хәрәкәтен үҫтереү буйынса лидерҙар иҫәбенә инә.
Граждандарыбыҙҙың юғары социаль яуаплылығы – медицина учреждениеларын кәрәкле ҡан компоненттары менән тулы күләмдә тәьмин итергә мөмкинлек биргән нигеҙ.
– Бөгөн республика ҡан хеҙмәте – ул заманса технологиялар индерелгән, импортты алмаштырыу программалары тормошҡа ашырылған һәм яһалма зиһен нигеҙендә ҡарарҙар әүҙем ҡулланылған аныҡ эшләүсе система. Инфраструктураны үҫтереүгә һәм яңы производстволар асыуға айырыуса иғтибар бүленә, был клиник практиканы тәьмин итеүҙең сифатлы яңы кимәленә сығырға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Республика клиник дауаханаһының медицина бүлеге буйынса баш табибы урынбаҫары Елена Стрельникова.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!