

Өфөлә Олимпия чемпионы Евгений Тищенконың бокс буйынса оҫталыҡ дәресе үтте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығынан. Сара «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы (государственная программа «Спорт России») бурыстарына тап килә.
Дәрес Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үткән. Евгений Тищенко йәш боксерҙар өсөн күнекмәләр уҙғарған. Балалар һөжүм итеү, һаҡланыу, координация буйынса алымдарҙы өйрәнгән. Спортсы алымдар күрһәтеүҙән тыш, шәхси тәжрибәһенә нигеҙләнгән ғәмәли кәңәштәр ҙә биргән. Ҡатнашыусылар иҫтәлеккә автографтар, фотоһүрәттәр, шулай уҡ бүләктәр һәм сертификаттар алды.
«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күмәк саралар үткәрелә, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә.
Программа РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: vk.com/gazpromvbashkortostane
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!