

Башҡортостанда “Росагролизинг” йәмғиәтенең машина-технология компанияһы эш башланы. Был йәһәттән республикабыҙ илдең пилот төбәгенә әйләнде.
Яңы предприятиеға юғары етештереү ҡеүәтенә эйә тәүге ауыл хужалығы техникалары, ҡорамалдар килде. Тармаҡты ошо рәүешле заманса уңайлы шарттар менән тәьмин итеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән булдырылған “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, машина-технология компанияһы быйылғы яҙғы сәсеүҙә үк тармаҡ етештереүселәренә хеҙмәт күрһәтә башларға, төп агротехнология операцияларын ваҡытында һәм сифатлы үтәргә әҙер. Уңыш йыйыуҙа иһә пилот проект тулы көсөнә эшләйәсәк.
Яңы машина-технология компанияһын булдырыу – ике яҡтың уртаҡ маҡсатта берҙәм эш алып барыуы һөҙөмтәһе. Билдәле булыуынса, былтыр Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республика Башлығы Радий һәм “Росагролизинг” йәмғиәте генераль директоры Павел Косов ауыл хужалығы техникаһын лизингка алыуҙы үҫтереү, машина-технология станцияһы булдырыу ҡаралған хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгәйне.
– Бөгөн беҙ төбәк агросәнәғәт комплексын техник һәм технологик яҡтан нығытыуҙың яңы этабына сығабыҙ. Ул – машина-технология компаниялары булдырыу – айырым хеҙмәт күрһәтеү генә түгел, ә бөтә яҡлап – тупраҡты эшкәртеүҙә, сәсеүҙә, уңыш йыйыуҙа, орлоҡ, минераль ашлама ташыуҙа, үҫемлектәрҙе һаҡлауҙа, заманса һанлы ҡарарҙарҙы, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттары дивизиондарын файҙаланыуҙа һәм башҡа йәһәттән ярҙам, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan