

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостандың Ғафури районында Талбазы — Красноусол юлының 7,5 километрлыҡ участкаһы ремонтланасаҡ. Был хаҡта республиканың транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Эштәр Красноусол ауылы эргәһендәге участкала башҡарыласаҡ. Юлсылар уңайлы һауа шарттары билдәләнгәс ремонтҡа тотонасаҡ, ә эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар.
– Талбазы — Красноусол юлын ремонтлау Ғафури һәм Ауырғазы райондары халҡы өсөн хәүефһеҙ юл булдырасаҡ. Шулай уҡ был популяр туристик йүнәлеш: бында бальнеологик шифахана, Богородица-Табын ҡатын — ҡыҙҙар монастыры, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә лә билдәле изге сығанаҡтар урынлашҡан, – тип һөйләне төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республикала “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса дөйөм оҙонлоғо 200 километр самаһы юл һәм 1900 погон метрлыҡ 15 күпер норматив хәлгә килтереләсәк.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.