Милли проекттар
24 Апреля , 05:30

Башҡортостан уҡсылары - Рәсәй кубогы призерҙары

Баймаҡ спортсылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте

Башҡортостан уҡсылары - Рәсәй кубогы призерҙарыБашҡортостан уҡсылары - Рәсәй кубогы призерҙары
Башҡортостан уҡсылары - Рәсәй кубогы призерҙары

Элистала уҡтан атыу буйынса Рәсәй кубогының тәүге этабы уҙҙы, унда Башҡортостан спортсылары юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. “Рәсәй спорты” (государственная программа “Спорт России”) дәүләт программаһы сиктәрендә үткән ярыштарҙа илдең 29 төбәгенән 250-нән ашыу уҡсы ҡатнашты. Был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Баймаҡ спортсылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Мәҫәлән, Ғәфур Рахманғолов 3D -һунарсылыҡ дисциплинаһында бронза миҙал яуланы, Тимур Өмөтбаев 70 метрҙан уҡ атыуҙа беренсе урын алды һәм Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына һайлап алыу турының финалына үтте.

Был ҡаҙаныштар Баймаҡ районында физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүен раҫлай, ул күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән “Рәсәй спорты” дәүләт программаһының маҡсаты булып тора.
—  Уҡ атыуҙа милли традицияларҙы дауам иткән һәм йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә дәртләндергән спортсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас