

Благовещенскийҙа сәнәғәт туризмын үҫтереү буйынса уҡытыу саралары үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән предприятие вәкилдәре ҡатнашты. Был уҡыуҙарҙы үткәреү майҙансығы “ПОЛИЭФ” предприятиеһы нигеҙендә булдырылған сәнәғәт туризмы буйынса компетенциялар үҙәге ине. Был сара “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы (национальный проект “Туризм и гостеприимство) ойошторолған һәм сәнәғәт туризмы өлкәһендәге компетенцияларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр итә район хакимиәте.
Өс көн дауамында сарала ҡатнашыусылар Благовещен районында сәнәғәт экскурсияларын ойоштороу системаһы менән танышты, предприятиеларҙы туризм эшмәкәрлегенә йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Прогаммала производство майҙансыҡтарында, белем биреү ойошмаларында булыу бар ине. Шулай уҡ “Асыҡ сәнәғәт “ проектында ҡатнашыусы “Благовещен арматура заводы” , “Ағиҙел” йылылыҡ изоляция материалдары заводы менән танышыу сараһы ҡаралды. Айырым иғтибар сәнәғәт туризмы үҫешенең практик һорауҙарына арналды.
-Благовещен районында сәнәғәт туризмы системалы эштең бер өлөшө булып тора. Даими рәүештә алты предприятие экскурсия төркөмдәрен ҡабул итә. Ә “ПОЛИЭФ” тигән предприятие федераль майҙансыҡ ролен үтәй. Унда тотош илдән белгестәр белем ала, - ти Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса башҡарыла.
Автор фотоһы.