Милли проекттар
27 Апрель , 03:30

Учалы дауаханаһы өсөн стоматология ҡорамалы һатып алынды

"Яңы ҡорамал – балалар һаулығын тәьмин итеүҙә мөһим аҙым. Хәҙер табиптар юғарыраҡ кимәлдә ярҙам күрһәтә, балалар иһә ҡурҡмайынса һәм ауыртыуһыҙ дауалана ала", - тип билдәләне Учалы дауаханаһының баш табибы Илгиз Йосопов.

Учалы дауаханаһы өсөн стоматология ҡорамалы һатып алындыУчалы дауаханаһы өсөн стоматология ҡорамалы һатып алынды
Учалы дауаханаһы өсөн стоматология ҡорамалы һатып алынды

Учалы үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһында заманса стоматология ҡорамалы урынлаштырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Ул «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») булышлығында һатып алынған.

Яңы ҡорамал дауалау һәм профилактика процедураларының тулы спектрын үткәреү өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Был ҡулайлама диагностиканың юғары теүәллеген тәьмин итә, кескәй пациенттар һәм табиптар өсөн уңайлыҡ булдыра.

«Яңы ҡорамал – балалар һаулығын тәьмин итеүҙә мөһим аҙым. Хәҙер табиптар юғарыраҡ кимәлдә ярҙам күрһәтә, балалар иһә ҡурҡмайынса һәм ауыртыуһыҙ дауалана ала», - тип билдәләне Учалы дауаханаһының баш табибы Илгиз Йосопов.

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты – халыҡтың оҙон ғүмер күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын – 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас