Асҡар ауылы дауаханаһына нейроретинограф алынды

Хәҙер табиптар глаукома, диабетик ретинопатия, макуладистрофия кеүек ауырыуҙарҙы һәм башҡа патологияларҙы һөҙөмтәлерәк асыҡлай һәм контролдә тота ала.

Асҡар ауылы дауаханаһына нейроретинограф алындыАсҡар ауылы дауаханаһына нейроретинограф алынды
Асҡар ауылы дауаханаһына нейроретинограф алынды

Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы үҙәк район дауаханаһы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) милли проекты буйынса нейроретинограф алды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Был ҡорамал күҙҙең селтәрле шекәрә һәм күреү нервыһы ауырыуҙарын диагностикалау өсөн тәғәйенләнгән. Ул патологияларҙы иртә стадияла асыҡларға һәм ваҡытында дауалана башларға мөмкинлек бирәсәк. Нейроретинограф пациенттар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеп, тикшереүҙәрҙе инвазив ҡатнашлыҡһыҙ үткәреү мөмкинлеген бирә. Хәҙер табиптар глаукома, диабетик ретинопатия, макуладистрофия кеүек ауырыуҙарҙы һәм башҡа патологияларҙы һөҙөмтәлерәк асыҡлай һәм контролдә тота ала.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты - граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын - 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас