

Өфө дәүләт нефть техник университетындағы халыҡ-ара йәштәр фестивале-2026 тулы ҡеүәтенә эшләй. “Добро.Центр” ирекмәндәр үҙәге федераль конкурс еңеүселәре исемлегенә инде һәм йәштәрҙең халыҡ-ара фестивале өсөн ирекмәндәр әҙерләү хоҡуғын алды.
Сара Екатеринбургта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә, тип хәбәр иттеләр республиканың Фән һәм мәғариф министрлығынан.
Өфө университетында Башҡортостандан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән ирекмәндәрҙе һайлап алыу, уҡытыу эштәре менән шөғөлләнәсәктәр.
- Тотош командабыҙ менән ғариза тултырҙыҡ. Унда һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштар менән танышырға мөмкин. Көнәркәшлек етди генә ине, әммә беҙ еңеп сыға алдыҡ. Халыҡ-ара ваҡиғаны әҙерләү буйынса команданың бер өлөшө була алыуыбыҙға шатбыҙ, - тип белдерҙе Өфө дәүләт нефть техник университетының “Добро.Центр”-ҙың йәштәр менән эшләү буйынса белгесе Кәримә Әхтәмова.
Сығанаҡ: БР Мәғариф һәм фән министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!