Эшҡыуарҙарҙы Алматыға тау күргәҙмәһенә саҡыралар

Күргәҙмә күптән инде Үҙәк Азиялағы төп профессиональ майҙансыҡтарҙың береһенә әйләнгән. Бында ҡорамал етештереүселәр, технология менән тәьмин итеүселәр, тау-металлургия холдингы вәкилдәре һәм тармаҡ эксперттары осраша.

Эшҡыуарҙарҙы Алматыға тау күргәҙмәһенә саҡыраларЭшҡыуарҙарҙы Алматыға тау күргәҙмәһенә саҡыралар
Эшҡыуарҙарҙы Алматыға тау күргәҙмәһенә саҡыралар

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы бизнесты 31-се “Тау ҡорамалдары, мәғдәндәр һәм минералдар сығарыу һәм байыҡтырыу” Үҙәк Азия халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыра. Сара 16-18 сентябрҙә Алматыла уҙа. Был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт»” (национальный проект !Международная кооперация и экспорт”) милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә мөһим аҙым булып тора, ул компанияларға сит ил баҙарына сығырға ярҙам итә, тип хәбәр иттеләр ведомствола.

— Ҡаҙағстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 16,9% өлөш менән икенсе урынды биләй, һәм республиканың тау-металлургия комплексы ошо хеҙмәттәшлек драйверҙарының береһе булып ҡала. Туҡыма, аҙыҡ-түлек һәм химия продукцияһын поставкалау үҫә. Ошондай динамиканы иҫәпкә алып, профилле күргәҙмәлә ҡатнашыу - ышаныслы партнерҙар табыу һәм баҙарҙа позицияларҙы нығытыу өсөн һәйбәт мөмкинлек, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Күргәҙмә күптән инде Үҙәк Азиялағы төп профессиональ майҙансыҡтарҙың береһенә әйләнгән. Бында ҡорамал етештереүселәр, технология менән тәьмин итеүселәр, тау-металлургия холдингы вәкилдәре һәм тармаҡ эксперттары осраша.

Килеүселәр ер өҫтө һәм ер аҫты эштәре өсөн техниканы, рудаларҙы байыҡтырыу, геология-разведкалау, автоматлаштырыу, сәнәғәт хәүефһеҙлеге өсөн ҡарарҙарҙы һәм башҡаларҙы күрәсәк. Эшлекле программала - хеҙмәттәшлек перспективалары һәм инвестиция проекттары тураһында түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙар.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас