

Стәрлетамаҡ ҡалаһында быйыл март айында асылған яңы туризм-мәғлүмәт үҙәге бер меңдән ашыу кешене ҡабул итеп өлгөрҙө, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.
Был үҙәк “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) башҡарылды.
Ҡунаҡтар йыш ҡына аудиогидтарҙы, юл күрһәтеүселәрҙе һорап мөрәжәғәт итә, “Торатау” геопаркы буйынса бер көнлөк турҙарға яҙылалар. Шулай уҡ 1901 йылдағы ҡала картаһын ҡарарға киләләр. Йәй миҙгеле башланыу менән туристар ағымы ла артасаҡ.
- Ҡалабыҙ алдында буклеттар мәғлүмәтен булдырыу ғына түгел, ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү өсөн күп фунциялы нөктә барлыҡҡа килтереү бурысы торҙо. Туризм-мәғлүмәт үҙәгенең беренсе ҡатында шәхси маршрутты билдәләргә, карталар алырға, ҡаланың көнүҙәк ваҡиғалары тураһында белергә мөмкин. Күрмәгән туристар өсөн тактиль карталар булдырылған, – тип һөйләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Йәйге миҙгелгә үҙәк яңы программалар әҙерләй: Гагарин паркы менән берлектә экскурсоводтар мәктәбе эш башлаясаҡ, үҙәктә сувенир эштәре күргәҙмәһе асыласаҡ, ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының 260 йыллығына арналған “Сувенир фантазияһы” конкурсы сиктәрендә ойошторола.
Туризм – мәғлүмәт үҙәге түбәндәге адрес буйынса эшләй: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Комсомол урамы, 80-се йорт, С. Юлаев исемендәге ҡала скверы. Эшләү ваҡыты: көн һайын 10:00-18:00 сәғәттәрҙә, йәйге осорҙа 10:00-20:00 сәғәттәрҙә.
“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә, сәйәхәтте киңәйтергә булышлыҡ итә.Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.
0+